Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
2 Февраля 2020, 17:20

«Һаман өмөтөн өҙмәй»

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙенең командаһы менән ауыл биләмәләренә сығып халыҡты ҡабул итеүҙе дауам итә. 30 ғинуарҙа улар Мораптал ауылы советына ҡараған ауыл халҡын ҡабул итте.

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙенең командаһы менән ауыл биләмәләренә сығып халыҡты ҡабул итеүҙе дауам итә. 30 ғинуарҙа улар Мораптал ауылы советына ҡараған ауыл халҡын ҡабул итте. Ҡабул итеүгә арыу уҡ ҡына кеше килгәйне.
Иң тәүгеләрҙән булып Яңы Мораптал ауылы кешеһе урамдарыбыҙҙа асфальт юл булһа, ҡайһылай шәп булыр ине, тигән теләген белдерҙе. «Был һорау контролдә тотола. Ҡулдан килгәнсе юлдарҙы тәртипкә килтерергә тырышасаҡбыҙ», - тигән яуап алды ул.
Яңы Мораптал ауылында урынлашҡан Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы директоры Әлфирә Ниғмәтуллина музейға ремонт талап ителеүе хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ ул был музей территорияһына бюст ҡуйһаң, тағы ла яҡшы булыр ине, тигән тәҡдимен дә әйтте. Район хакимиәте белгестәре тиҙ арала смета төҙөргә кәрәклеген әйттеләр һәм шунан артабан нимә эшләргә икәнен уйларбыҙ, тинеләр. Бәлки, финанс ярҙамы күрһәтерлек берәй яҡташ меценат табырбыҙ, тигән фекер ҙә яңғыраны.
Аҡһары ауылының 5-6 өйҙән генә торған Аҡһары урамына газ үткәрергә кәрәк ине, тип ярҙам һорап килгәндәр. «Газпром үҙҙәренең программаһы буйынса эшләргә вәғәҙә итте. Проектын үҙебеҙ эшләрбеҙ. Сметаға керетергә кәрәк буласаҡ. Барыһы ла яҡшы булһа, бәлки, быйыл уҡ хәл итербеҙ был эште», - тигән яуап булды ҡатынға.
- Ауыл советына айырым педиатр кәрәк ине. Балалар күп, ситтән педиатр аҙнаһына ике генә килә, ҡыйын. Уныһы ла гел генә булып тормай, ауыл биләмәһендә ауылдар күп, сабыйҙар ҙа күп, баланы күтәреп Ермолаевкаға барһаң, һыу буйы сират. Педиатр аҙнаһына өс тапҡыр килһә, яҡшыраҡ булыр ине. Элекке педиатрыбыҙ һәйбәт ине лә, тик ул тейешле миллионын алып, 5 йыл срогын эшләне лә, Себергә сыҡты ла китте. Педиатр ставкаһы бар бит, кешеһен генә табығыҙ әле. Бала сирләп китһә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән дарыуханаһы ла юҡ, исмаһам - тигән ялбарыу менән килде бер әсә.
- Ауыл еренә ҡайтып йәшәргә теләгән кешене табып булмай шул. Бер белгес тә ауылға ҡайтҡыһы килмәй. Күмертау дауаханаһының баш табибы Олег Астахов менән бергә Өфөлә лә, Ырымбурҙа ла студенттар менән осраштыҡ. Был проблеманы берәй нисек хәл итергә тырышырбыҙ, әлбиттә. Бәлки, терапевтар квалификацияға уҡып ҡайтыр йәки дөйөм практикалы табиптарҙы йәлеп итербеҙ, - тип яуап бирҙе Юлай Талха улы был әсәгә.
Биржала тороп, субсидия алыусы ҡатын да проблемаһын хәл итергә ярҙам һорап килгән. Биргән 8 мең һум субсидия аҡсаһын кире ҡайтарырға ҡушҡандар икән. Уға ла ярҙам итергә тырышырға вәғәҙә иттеләр.
Мораптал силсәүите ҡыҙҙары ла Юлай Талха улына кереп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын әйтеп ҡалдылар. Хәрби иҫәпте алып барыр өсөн ставка, яҡшы компьютер һорайҙар улар. Район хакимиәте башлығы ярҙам итәсәген белдерҙе.
Тағы бер күп балалы әсә педиатр кәрәк, тип килгән. Шулай уҡ ул янғындан һуң йорттарына ремонт эшләргә лә ярҙам һорай. Был проблеманың төбөнә төшөп өйрәнергә кәрәклеге асыҡланды.
Инвалид бала тәрбиәләүсе әсә:
- Мин күптән инде улыма инвалид коляскаһы һорап мөрәжәғәт иткәйнем. Ярҙам итергә вәғәҙә биргәйнеләр. Улым тыуған көнөндә лә көттө, Яңы йылда Ҡыш бабайҙан да көттө, һаман өмөтөн өҙмәй. Тағы ла, Яҡут ауылы клубына пандус эшләһендәр ине. Бала менән концерттарға йөрөүе бигерәк ҡыйын. Педиатрыбыҙ юҡ, шуныһы ҡыйын, - тип килеп керҙе.
- «Подземгаз» инвалид коляскаһы алыу өсөн ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Әле бер ыңғай яҡшы, электр коляскаһы алып бирербеҙ, тип көтәбеҙ. Пандус мәсьәләһен хәл итербеҙ, - тигән яуап булды уға.
Ҡабул итеү тамам. Ҡабул итеүгә килгәндәрҙең барыһының да һорауҙары һүҙҙә генә ҡалмаһын ине, ыңғай хәл итеһен ине теләктә ҡалабыҙ.
Автор фотоһы
Читайте нас: