- Аҙаҡҡы тапҡыр ҡасан мәҙәни сара үткәрҙегеҙ? - тип һораны Юлай Талха улы, килгәндәрҙән.
- Яңы йыл байрамын матур итеп үткәрҙек, - тинеләр тегеләр, бер-береһенә ҡарашып.
- Ә 23 февралде онотоп ҡалдырҙығыҙмы?
- 23 февралгә ҡарата ир-егеттәр өсөн дискотека ойошторолған ине, ләкин килеүсе булманы. Эшләйбеҙ беҙ. “Ивушка” фольклор ансамблебеҙ ҙә бар.
- Ансамблгә нисә кеше йөрөй?
- Биш.
- Йәштәрме?
- Иң йәшенә 57.
-Ауылығыҙҙа йәштәр юҡмы ни? – башлыҡ ғәжәпләнеп быларға ҡараны.