Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
17 Июля 2021, 10:23

Иң күп һорау алған депутат

Бахмут ауыл билəмəһе хакимиəте башлығы үҙе түгел, эргəһендə ултырған ярҙамсы ҡыҙҙарының əҙ эш хаҡы алыуы борсой икəн. Депутатыбыҙ килеүен ишеткəс, халҡының яҙмышына битараф булмаған Нурия Нуриман ҡыҙы тап ошо һорау менəн килеп еткəн.

Иң күп һорау алған депутат
Иң күп һорау алған депутат

- Ниңə ҙур түрəлəр сығыш яһағанда Башҡортостанды Башкирия, ə Хəбировҡа губернатор тип өндəшəлəр? Беҙ Башкирияла көн итмəйбеҙ, беҙҙең тыуған төйəгебеҙ Башҡортостан һəм ул республика, ə губерния түгел, шуға күрə уның башлығы - республика етəксеһе була, ə губернатор түгел. Ошо һорауҙы күтəрегеҙ, бер ерҙə лə Татария тип əйткəндəрен ишеткəнебеҙ юҡ!
- Эйе, ысынлап та, был ҡараш менəн килешəм, мин үҙем бер тапҡыр ҙа сығыштарымда ла, социаль селтəрҙəремде күҙəтеп барһағыҙ, унда ла Башкирия тигəн һүҙҙе ҡулланғаным юҡ. Башҡа түрəлəргə килгəндə, мин һəр береһенең ауыҙын ябып йөрөй алмайым, шулай ҙа ишетһəм иҫкəртмəй ҡалмайым.

Депутатҡа бирелгән барлыҡ һорауҙар һәм уларға яуаптар гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: