Башҡортостан Республикаһында йыл башынан бирле 1000-гә яҡын кешенең ВИЧ инфекцияһын йөрөтөүе асыҡланған. Ә 2017 йылда ундайҙар һаны 2736 кеше тәшкил иткән.
Ауырыу йоҡтороусыларҙың күпселеге ирҙәр, 557 ир заты тотанаҡһыҙ енси тормош алып барғаны арҡаһында шундай афәткә тарыған. Ә гүзәл заттарыбыҙҙан 356-һы аҙғын мөхәббәт сирен эләктергән, етмәһә, шуларҙың 194-е ауырлы. Тимәк, уларҙан ВИЧ-инфекциялы сабыйҙар донъяға тыуасаҡ. Быйыл 151 шундай ауырыу бала тыуған.
Башҡортостанда СПИД менән ауырыусылар һаны бер аҙ ғына түбәнәйгән. 1000 кешегә ул 22,45 процент тәшкил иткән, ә былтыр был һан 23,8 процент булған.
1987 йылдан бирле Башҡортостанда лаборатор юл менән бөтәһе 28 517 кешенең ВИЧ йоҡтороуы асыҡланған.
Был ауырыу менән ауырыусылар Башҡортостандың барлыҡ ҡала, райондарында ла бар хәҙер. Шулар араһында ВИЧ-инфекциялыларҙың һан яғынан күплеге буйынса Күмертау (966,6), Салауат (724,0), Стәрлетамаҡ (614,1), Өфө (556,0), Нефтекама (495,2) ҡалалары; Мәләүез (592,6), Благовещен (526,5) һәм Ишембай (493,8) райондары тәүге урындарҙа тора. Тимәк, заман афәте Башҡортостандың көньяғында ҡоторона. Шуға күрә дөрөҫ енси тормош алып барыуға бер нәмә лә етмәй.