Все новости
Афәт
1 Июня 2018, 12:34

ЛАБОРАТОРИЯҺЫНА ТИКЛЕМ БАР

Стәрлетамаҡ районындағы ауылдарҙың береһендә 33 йәшлек ир өйөндә киндер үҫтереп, унан наркотиктар әҙерләгән. Был матдәләрҙе уларҙы ҡулланырға яратыусы клиенттарға башҡаларға һиҙҙермәй генә һатырға тырышҡан.

Стәрлетамаҡ районындағы ауылдарҙың береһендә 33 йәшлек ир өйөндә киндер үҫтереп, унан наркотиктар әҙерләгән. Был матдәләрҙе уларҙы ҡулланырға яратыусы клиенттарға башҡаларға һиҙҙермәй генә һатырға тырышҡан. Тик бер көндө полиция хеҙмәткәрҙәре уны өйө янында гашиш, марихуаналары менән бергә тотҡан. Өйөнөң эсендә тағы ла 77 грамм гашиш табылған. Был әҙәм наркотиктар әҙерләп, улар менән сауҙа итеүгә шул хәтлем дә ныҡ әүәҫләнеп киткән булған: полиция хеҙмәткәрҙәре нисек итеп уның киндерҙе тиҙерәк үҫтереү өсөн ниндәй стимуляторҙар, вентиляторҙар, орлоҡ менән тупраҡты һуғарыу өсөн ниндәй приборҙар ҡулланғанын күреп телһеҙ ҡалған. Ҡыҫҡаһы, был ир наркотиктар етештереү буйынса өйөндә үҙенә күрә тотош бер лаборатория асып ебәргән. Шундай ҡырын эштәре өсөн хәҙер уға закон һәм суд алдында яуап бирергә кәрәк буласаҡ.

Т. МОҠАСОВ


Читайте нас: