Наркомандар, ВИЧ-инфекция һәм башҡа төрлө ауырыуҙар таратыу сығанағы булыу менән бер рәттән, юл-транспорт ваҡиғаларына, авария фажиғәләренә сәбәпселәр иҫәбенә лә инә. Ошоно иҫәпкә алып, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе спиртлы эсемлектәргә генә түгел ә наркотик матдәләр ҡабул итеү-итмәүгә лә тикшерә.
Яңыраҡ Башҡортостанда бер нисә наркоман машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителде. Мәләүез район-ара прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, өс кеше табип-наркологта иҫәптә торған, бынан тыш, наркоманиянан дауаланыуҙан баш тартҡан. Суд ҡарары менән уларҙың водитель танытмалары тартып алынған. Күптән түгел Учалы районында ла «наркомания» диагнозы ҡуйылған 5 кеше машина йөрөтөүҙән ситләтелде.