Все новости
Афәт
27 Сентября 2019, 12:07

Өмөт өҫтәне

Үткән шаршамбы көндө Бахмут мәҙәниәт йортонда эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына район күләмендәге түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сараға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, дин әһелдәре, наркологтар, ЗАГС, прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр,ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәре, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм ауылдарҙағы имен булмаған ғаиләләр саҡырылғайны. Килгәндәрҙең һәр береһенә исемдәре яҙылған бейджиктар тағылды. Тормошта тотҡан урыны, атаһы исеме, фамилияһы ла күрһәтелмәгән - Юлай, Рима, Азат, Ғәбделбай, Тәнзилә, Бибисара тип кенә яҙғандар. Был түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар барыһы ла бер тигәнде, етәкселәр менән ябай халыҡ араһында кәртә юҡлыҡты аңлатыу, булған проблемалары менән уңайһыҙланмай уртаҡлаша алыу өсөн дә шулай эшләнгәйне.

Ултырыш эскесе ата-әсәләр тураһындағы видеояҙманы ҡарауҙан башланды. Экрандағы был афәттән нужаға ҡалған сабыйҙарҙы йәлләүҙән залдағы ирҙәр ҙә илап ултырҙы хатта. Бер роликта эскесе кеше сиркәүгә барғандан һуң, араҡыны бүтәнсә ауыҙына ла алмауын бәйән итте. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙең зыяны хаҡындағы роликты ҡарау ҙа эҙһеҙ ҡалмағандыр. Артабан түңәрәк өҫтәлдә ултырыусыларҙың һәр береһе тейерлек алкоголдең зарары хаҡында һөйләне.”Әгәр ҙә проблемағыҙ булһа “йәшел йылан” ярҙамында сисергә түгел, ә беҙгә килеп һөйләгеҙ, табипҡа, психологҡа күренегеҙ, мәсеткә, сиркәүгә барығыҙ. Спиртлы эсемлек эсеү менән генә проблема хәл ителмәй, ә киреһенсә эскенән мейе эшләүҙән туҡтап ҡала. Беҙ һәр нәмәлә балаларыбыҙға үрнәк булып торабыҙ, шуға ла балаларҙы тәрбиәләү алдынан башта үҙебеҙҙе тәрбиәләйек”, - кеүек телмәр тотоусылар күп булды.

Күмертау наркология диспансеры мөдире Эльвира Зиатдинова эскеселек ул иң юха ауырыу булыуы хаҡында әйтте.

- Ысынлап та, юха ауырыу. Бер ерең дә ауыртмай, ә, киреһенсә, эсһәң, күңелле була тәүҙә. Аҙаҡ ошо күңел күтәргес яйлап ҡына дауаланмай торған сиргә юлыҡтыра. Күп афәттәрҙең башында тап эскелек тора. Шуға ауылдарҙа йәш ғаиләләр менән эш алып барыр кәрәк, аҙаҡ тәрбиәләү һуң булыуы ихтимал. Байрам һайын иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланмаһындар өсөн профилактик саралар күреү зарур. Мин ярҙам һорап үҙҙәре килгәндәрҙе тикшермәйем, ә беҙ ҡул һуҙып та улар баш тартҡан эскеселәргә йәнем көйә. – тине ул. Уның һүҙенә ҡала дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Галина Селищева ла ҡушылды.

- Эскелек кешенең ғүмерен ҡыҫҡарта. Суицидтарҙың да 80 проценты иҫерек баш менән эшләнә. Бер хәмер ҡоло ла үҙен эскесе тип һанамай, шуға ла кешенең теләге булмайынса уны мәжбүри дауалап булмай. Әммә алкоголиктең үҙ теләге менән дауаланыуы бик һирәк, - тине ул.

Эскесе булған ата-әсә тәрбиәһендәге балалар яҙмышы, улар тере килеш етем булыу дәрәжәһенә тиң булыуҙары хаҡында Ермолаево дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунин әсенеп һөйләне.

- Ошо эскелек кеүек яман сиргә дусар булған ата-әсәләр арҡаһында балаларҙың тәмле аҙыҡтан, таҙа кейемдән, татлы, тыныс йоҡонан, рухи тәрбиәнән мәхрүм булыуҙарын күреп йәнем әрней. Эскесе әсәләрҙе бәләкәй балалары менән беҙгә дауаханаға алып киләләр. “Йәшел йылан” ҡоллоғона эләгеүсе ҡатындарҙы наркологҡа ебәрәбеҙ, ә балаларын дауахананың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре, хатта дауаланыусылары бергә ҡарай. Өйҙәренән кейем-һалып алып киләләр, ашаталар. Аҙаҡ ошо кескәйҙәрҙе икенсе ҡалаға балалар йортона оҙатҡанда ышанаһығыҙмы, юҡмы барыбыҙ ҙа илап ҡалабыҙ. Ошондай күренештәр йөрәктә уңалмаҫлыҡ яра булып уйылып ҡала. Иҫләйһегеҙме, бер йылы эскән ата-әсә балаһын эҫе торбала ҡалдырыуҙарынан сабый ғүмере өҙөлдө. Шулай уҡ бер айлыҡ баланы әсәһе күкрәге менән ҡыҫып үлтереүе кеүек аяныс фажиғәләр ҙә башҡа булмаһын ине. Был йәһәттән бер ауыл советы хакимиәте башлығы шәп эшләй торғайны. Үҙенең ауылдарынан эскеселәрҙе автобусҡа тейәп наркологҡа алып барыр ине, хәҙер ҡайҙа шундай башлыҡтар?

Барыһын да тыңлағандан һуң һүҙҙе район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов алды.

- Аҡыл һатып ҡына үҙебеҙҙе алдап ултырырға кәрәкмәй. Проблема барлығын барыбыҙ ҙа беләбеҙ, айыҡ тормошто күпме пропагандалаһаҡ та, күпме ойошма бар, шул тиклем һөйләшеүҙәр булһа ла, һөҙөмтә ниңәлер юҡ. Телефондарға текәлеп ултырабыҙ, ә ябай һөйләшеү, аралашыу юҡ беҙҙә. Был ауырыу һәр кемгә таныш. Кемдеңдер ата-әсәһе, кемдеңдер туғаны йә дуҫы, танышы эскесе. Кеше шатланһа ла, ҡайғырһа ла эсә. Күңелендә бушлыҡ булһа ла хәмергә тотона. Ә ошо бушлыҡты нимә менән баҫырға һуң? Бәлки, мәсеттәргә, сиркәүҙәргә йөрөргәлер? Хәҙер районда эшкә тиһәң кеше лә табып булмай хатта, шуға ситтән кемделер килтерергә мәжбүрбеҙ. Аҙаҡ арттан ситтәр килеп эшләй, тиҙәр. Районыбыҙҙағы кешеләрҙең ошо һаҙлыҡҡа батыуын күреп йәнем әрней минең. Ә бына йәштәрҙең айыҡ тормошто һайлауы шатландыра. Был – бик яҡшы күренеш, - тип һүҙен тамамланы район етәксеһе. Һөйләшеүҙе алып барыусы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина эскелеккә ҡаршы пропаганда эшен арттырыу, имен булмаған ғаиләләргә рейдтарҙы көсәйтеү һәм психологтар, социаль педагогтар, нарколог, табиптар менән берлектә ауыл советтарында айырым түңәрәк өҫтәлдәр үткәреүҙе планға индерҙе.

Районда эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу, балаларҙы яҡлау буйынса ла күп эшләнә. Әммә үҙҙәрендә саҡ ҡына ла ихтыяр көсө булмаған, бәләкәстәре йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған атай-әсәйҙәрҙе тура юлға тартыу ауыр, бик ауыр.

Был түңәрәк өҫтәлгә саҡырылған проблемалы ғаиләләргә бер-нисә тапҡыр һүҙ биреп ҡараһалар ҙа, өндәшмәнеләр. Шулай ҙа саранан һуң ойоштороусыларға барып үҙҙәренең рәхмәт әйтеүҙәрен ишетеү күңелгә ниндәйҙер өмөт өҫтәне. Шулай булғас, тырышыуҙар бушҡа булмаҫ, был түңәрәк өҫтәлдән һуң, исмаһам, бер кеше булһа ла башҡаса рюмкаға ҡағылмаһа, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырған сара бушҡа булмаҫ ине.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Автор фотоһы
Читайте нас: