Все новости
Афәт
1 Января 2020, 18:50

Йәнә тимер кәртә тураһында

Был көнө һауа торошо ҡот осмалы булды: күкте тиштеләрме ни, һибәләп ямғыр яуҙы ла торҙо.

27 декабрҙә Мораптал ауылы янында булған юл фажиғәһе тураһында барыһы ла ишетеп-белеп бөткәндер. Бында 2 яғыулыҡ ташыусы йөк машинаһы һәм 2 еңел автомобиль бәрелеште. Фажиғә тиһәк тә, бәхеткә, бар кешеләр ҙә иҫән-һау. Был көнө һауа торошо ҡот осмалы булды: күкте тиштеләрме ни, һибәләп ямғыр яуҙы ла торҙо. Әмәлгә ҡалғандай, был федераль трассаны ҡарап торорға тейеш ойошма юлға ҡом, тоҙ һипмәгән булған.
Һәм, һөҙөмтәлә, төш мәле яҡынлашҡанда, ауыр SCANIA машинаһы алда туҡтап торған 3 еңел автомобилде күрә, күрә лә бит, тик туҡтап өлгөрмәҫен аңлай. Арттан килтереп бәрһә, ҙур бәлә килеп сығырын тоҫмаллай ҙа, рулде һулға, ҡаршы килгән машиналар яғына бора, уңға борор ине, унда юл буйлап тимер кәртәләр ҡуйылған. Шулай итеп, ҡаршыға килгән MAN йөк машинаһы менән бәрелешә, бер юлы йәнә лә ике еңел автомобиль дә аварияға эләгә. Ике ауыр машиналар ҙа яғыулыҡ алып китеп барған була – береһе солярка, икенсеһе нефть. Береһенең багы тишелеп, соляркаһы ергә лә аға. Яҙмыш шаяртыуымы, ике ҙур машиналар ҙа бер ойошманың техникаһы булған икән. Әйтеүебеҙсә, ныҡ зыян күргән кеше юҡ. Ҡәҙимге хәл, юлда нимә генә булмаҫ тиер инең, хәҙер бәхәс тыуа. Был федераль трассаны ремонтлағанда уҡ әйттеләр: анауы тимер кәртәләрегеҙҙе ҡуймағыҙ юл буйына, трасса былай ҙа тар, улай-былай булһа, бер кем дә фажиғәнән ҡасып ҡотола алмаясаҡ. Әле ошо хәлдән һуң да тағы шул уҡ һорау килеп баҫты: был отбойниктар булмаһа, бәлки, бензовоз машина уңға китеп ауыр ине лә, башҡаларҙы эләктәрмәҫ ине. Ярар, барыһы ла хәйерле булып бөттө. Әле тейешле инстанцияларға хаттар яҙыла: кәрәкме был тимер кәртәләр юлға, әллә юҡмы? Бер юлы юлды тәртипә тота торған ойошма өҫтөнән дә хат яҙыла, подрядсы булғас, үҙ эштәренә яуаплы ҡараһындар.
Был авария булған көндө бәрелешкән машиналар 6 сәғәт буйы юлды быуып ултырҙы. Еңел машиналар трассанан төшөп урап үтә алды, эрерәктәренең юлды асҡансы көтөп ултырмай, башҡа сараһы ҡалмағайны. Киров исемендәге хужалыҡ техника бүлеп ҙур ярҙам күрһәткән. Техникаһы техника, ул ашарға һорамай, ҡоршауҙа ҡалған кешеләргә ашарға кәрәк. Мораптал, Отрада ауылдары хакимиәте, Райпо йәһәт кенә кешеләрҙе ашатыу ойошторған, һәммәһе 80 самаһы кешенең тамаҡтарын ялғатҡандар.
Юл буйлап ҡуйылған тимер кәртәләр тураһында «Юшатыр» яҙғаны булды, беҙ биргән һорау яуапһыҙ тиерлек ҡалды, беҙҙән һуң республика башлығына яҙҙылар (алып ташлағыҙ отбойниктарҙы, водителдәрҙе ҡурҡыныс хәлдә ҡалдыраһығыҙ бит), шунда яуап булды: барыһы ла стандарттар буйынса эшләнгән, барыһы ла тәртиптә. Хәҙер бына был кәрәтәләр тураһында һорау тағы ла күтәрелә, аҙағы нисек бөтөр, барыһы ла тәртиптәме-юҡмы – көтәбеҙ.
Читайте нас: