Все новости
Афәт
14 Января 2020, 11:20

Янғын ҡорбаны була

Йәкшәмбе төнөндә Ермолаеволағы ташландыҡ бер бина янып киткән.

Йәкшәмбе төнөндә Ермолаеволағы ташландыҡ бер бина янып киткән. Бик ҙур булмаған ҡаралтыны урындағы янғын һүндереүселәр һүндерә, шуныһы үкенесле: бина эсендә 1967 йылғы ир мәйете табылған.
Мәғлүм булыуынса, янғын төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә сыҡҡан. Күмертау-Ермолаево маршруты буйынса китеп барған таксист янғынды күреп ҡалып хәбәр иткән. Ермолаевоның асфальт-бетон сығарыу йәмғиәте территорияһындағы 5х5 размерлы бинала етәкселек рөхсәте менән йәшәргә урыны булмаған бер кеше көн иткән булған. Ҡыҙғанысҡа, ул янғын ҡорбаны була.
2019 йыл менән сағыштырғанда,былтыр янғында бер кеше лә һәләк булмаһа, быйыл берәү бар ҙа инде. Үткән йылда был осорҙа районда 3 янғын осрағы теркәлһә, быйыл 2-әү. 7 ғинуарҙа Шәбағышта бер мунса янып киткәйне.
Читайте нас: