Афәт
12 Мая 2021, 11:33

Нисек түҙә түгелмәй?

Көн матур булды ла һымаҡ, тик барыбер ауыр. Ҡазан алыҫ, ә һыҙланыуҙары яҡын, бынауында ғына, күкрәк эсендә.

Көн матур булды ла һымаҡ, тик барыбер ауыр. Ҡазан алыҫ, ә һыҙланыуҙары яҡын, бынауында ғына, күкрәк эсендә.
Бөгөн Татарстанда матәм көнө. Һигеҙ кешене (етеһе бәләкәй генә сабый) ожмахҡа оҙаттылар. Береһе уҡытыусы, ул, ҡасып ҡалһа, иҫән дә булыр ине, тик коридорға сыҡҡан, балаларҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡапларға тырышҡан.
Ҡалай ғына ауыр булмаһын, тормош дауам итә, тереләргә йәшәргә кәрәк. Дауаханала булғандарҙың һауығыуы кәрәк. Был йөктө - юғалтыу һәм һыҙланыу йөгөн - артабан күтәреп китергә кәрәк.
Көн ҡояшлы булһа ла, күк бына-бына һытылыр кеүек, нисек түгелмәй түҙәлер - иҫ-аҡыл етмәй.
Читайте нас