Афәт
27 Мая 2021, 03:00

Күктәргә өндәшеү

Башҡортостандың ете районы, бер булып, күктәргә, Аллаһтың үҙенә, ялбарған -ямғыр бир.

Күп нимәнән ҡурҡа халҡыбыҙ, башынан байтаҡ бәләләр үткән, шуларҙың береһе - ҡоролоҡ. Ҡоролоҡ тиһәң, буп-буш яландар, ҡорғаҡһыған, һиңә мөлдөрәп ҡараған мал-тыуар, бәндәләрҙең ас күҙҙәре аңға килә. Быйыл да, бына, аслыҡ еҫен һиҙҙек - ямғыр яумай. Диндарҙар ямғыр һорап, доғалар ҡыла. Әле республиканың ете районында был ғәмәл башҡарылған. Был иҫәптә Көйөргәҙе районы ла бар.
Ялбарыуҙарыбыҙ кәрәк ергә барып етер, тип ышанғы килә, йәй башында булһа ла, күктәр мәрхәмәтлегә әйләнер.
Читайте нас