

Был турала яҙыу бик ауыр. Әммә, "улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла", кемдер уйланыр, кемдер дөрөҫ һығымта яһар. 20 июлдә бер туған апайым Гөлсөмдөң (2000 йылдан гүр эйәһе) һуңғы, төпсөк улы Ринат Әхтәмовты 47 йәшендә генә ерләнек. Миңә, 75 йәшлек бабайҙарына, ошо ауыр бурысты үтәргә тура килде. Еҙнәбеҙ Фәрит Мәләүез районы Һәйет базаһында өлкән бухгалтер булып эшләй ине. 1974 йылдың июль айында силосҡа ифрат уңған "донник" үләнен сапҡанда 43 йәшлек еҙнә фәжиғәле һәләк булды. Сабылмаған донникта ял итеп ятҡан етәксене КИР-500 комбайны тураҡлап китә. Ул ваҡытта Ринатҡа тик 3 ай ғына була. Уға өҫтәп 7 йәшлек Мансур, 5 йәшлек Марсель, 3 йәшлек Рәсил йәтим ҡалалар. Эш урынында булған Фәжиғә тишерелмәй, 4 баланы ят ерҙә үҫтереү мөмкин булмағас, мин апайым һәм ҡустыларҙы Илкәнәйгә, 86 йәшлек атай йортона алып ҡайттым. Бына тигән булып буй еткән егеттәрҙең яҙмыштары үтә аяныслы булды. Әрменән ҡайтып ауылда эшләгән Рәсил, тай өйрәтәм тип, яурынындағы сөйәлде яраланы. Уныһы аҙҙы, операция уңышһыҙ булды һәм 25 йәшлек егетте миңә ерләргә тура килде. Марсель Ҡансура газ һаҡлағысында оператор ине. Калугала командировкала, билдәһеҙ шарттарҙа вафат булды. 30 йәшлек буйҙаҡ егетте ерләргә миңә тура килде. Өлкән ағалары Мансур эшһеҙ, ашһыҙ,нигеҙһеҙ, ғәиләһеҙ йәшәп, 43 йәшендә бауыры шешеп үлде. Миңә ерләргә тура килде. Эшсән, көслө, уңған, төҫккә, буйға матур Ринат ғәилә ҡороп йәшәй ине., эшһелектән Себер гиҙҙе, ҡатыны Лилиә ике балаһы менән Мәскәүгә сығып китте. Әсәй нигеҙе һыуыны. Өй эскеселәр ояһына әйләнде, һәм 20 июлдә, Ҡорбан Ғәйетендә, Ринат та был доньянан китте. Миңә ерләргә тура килде. Бер ай элек кенә әйткәйнем - туҡта, әллә мине лә һуңғы юлға оҙатҡың килмәйме, - тип. Милләт көсө, милләт киләсәге булырҙай дүрт ир, ҡабаланып, ниңә туғандарын аңламай китте беҙҙең аранан. Ринат ҡустының урыны йәннәттә булһын. 13 йәшендә атаһыҙ ҡалған улы Иҙел көслөрәк, аҡыллыраҡ, бәхетлерәк йәшәр, тип ышанайыҡ һәм шуны теләйек.
Тимер Ниәтшин, Илкәнәй ауылы.