Все новости
Афәт
14 Августа 2021, 10:09

Урман түгел - йөрәк яна

Беҙҙең районда ла бәләнән ситтә ҡалмаусылар табылған, Көйөргәҙе районы йәштәр ойошмаһы ағзаһы Илһам Килмәтов янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан.- Беҙ районыбыҙ делегацияһы менән «Аҫылташ» форумында ҡатнашырға тип Йылайыр районына барған инек. Ул ваҡытта янғын тураһында хәбәр таралмағас, беҙ бер нимә белмәй күңел асып йөрөй инек. 7 август көнө, янғын һүндерергә ирекмәндәр йыйыуыбыҙҙы һорап, район хакимиәтенән шылтыраттылар.

Урман түгел - йөрәк яна
Урман түгел - йөрәк яна

Беҙ оҙаҡ уйлап торманыҡ, форумдан 10 кеше йыйылдыҡ та тиҙ генә юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең форум барған ерҙән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан, Йылайыр районы Васильевка ауылы эргәһендәге утты һүндереүҙә ҡатнаштыҡ, сөнки тап ошо ерҙе һүндерергә ирекмәндәр юҡ ине. Урынға барып еткәс, күренеш тетрәндерҙе тип әйтһәм дә хата булмаҫ, янғын шул тиклем көслө, ҡурҡыныс, меңгә яҡын гектарға таралған ине. Янған ағастар, ҡурҡыныс итеп ауалар, төтөн шул тиклем ныҡ, оҙағыраҡ йөрөһәң баш әйләнә. Янғын тау битенән ауылға яҡынайып килә ине, тау битен һөргәндәр, шул һөрөлгән ерҙән янғынға ҡаршы ут ебәреп, уны һүндереп, күҙәтеп торҙоҡ. Беҙ ҡайтып барғанда янғын хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр министырлығы урынға килеп етте. Ярты көн генә йөрөһәк тә, был бәләне эс яғынан күреп, уны һүндереүҙә ҡатнашып, әҙ булһа ла файҙа килтерә алыуыбыҙға шатмын,- тип тәҫьораттары менән бүлеште Илһам.

Беҙҙекеләр янғын һүндереүҙә нисек ҡатнашҡан - гәзиттең һуңғы номерында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: