Утар тигәне лә исеме генә, бында йәшәгән кеше ҡалмаған тиерлек, бер генә йортта хужа бар, уныһы ла йәйгелеккә генә килә ахры.
Беҙ барып төшкәндә Молокан йоҡлай ине, Дедовоға янында бер ир генә йөрөп ята. Янғын сыҡҡан ерҙән алыҫ түгел йәшәй, ҡаралтыһы янында әллә күпме бесән өйөлгән:
- Әйтеп торам: минең яҡҡа утты ебәрмәгеҙ. Дедово бөткән утар, янһа янһын да ҡуйһын, утар юҡ - бәлә лә юҡ.
- Нимәнән сыҡҡан һуң янғын?
- Әллә кем килеп болгарка менән ниндәйҙер тимер бысҡан. Чермет тип йөрөгәндерме - эт белһен. Үҙе, билдәле, ҡасҡан.Тотоп, ауыҙын ҡайырырға! Бер йорт янды, икенсеһен һаҡлап ҡала алдыҡ. Бөтәһе лә ташландыҡ йорттар.
Янған урын һаман быҫҡып ята. Көтмәгәндә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Атаҡ, бында ни, тауыҡтар донъя көтөп ята ла баһа. Ниндәйҙер хужа кетәк яһап ултыртҡан, шунда ҡош-ҡорт тота, күрәһең. Әтәс ярандары - тауыҡтарҙы эйәртеп соҡсоноп йөрөй, был бушап ҡалған донъяға аптырап ҡарай төҫлө тойолдо, үҙҙәренең ғүмере лә һанаулы ғына ҡалғанын һиҙмәй тиһеңме бисаралар?
Ямғыр һибәләй башланы. Күптән көткәйнек тә һине. Ҡайҙа йөрөнөң? Хәҙер ни, иламаһаң да була, йәш түгеүҙән файҙа юҡ.