

Ящурҙың ни хәтлем ҡурҡыныс янауын аңлап, малдарына вакцинация яһатыуға ыңғай ҡараған районыбыҙ халҡына рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Был ауырыу ҡапыл ялмап алмаһын өсөн, бер баш мал да прививкаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Бының өсөн малдарға 14 көндән ревакцинация һәм 6 айҙан һуң тағы ла вакцина яһау мотлаҡ.
Хөрмәтле райондаштар, хәүефлекте ҡурсалау өсөн бергә тырышайыҡ, - ти район башлығының беренсе урынбаҫары - ауыл хужалығы буйынса урынбаҫар Урал Ибраһимов.
Тулы материал бөгөн гәзиттә баҫылды.