

Бармаҫ та инек, тамаҡ тамуҡҡа еткерер тиҙәр, йәшәргә кәрәк. Меңәрләгән ир-егеттәребеҙ сит яҡтарҙа эшләй, тыуған еренә ҡунаҡҡа ғына ҡайта. Властар күпме генә: ирҙәрҙе тиҙҙән Себерҙән ҡайтартабыҙ, яңы эш урындары асабыҙ, ТОСЭР була, фәлән-төгән, фәсмәтән тип әйтмәһендәр - булманы.
Өйҙәгеләр атайҙың вахтаһы мәлендә йортта ут йота - имен генә йөрөһөн ине. Ҡыҙғанысҡа, яман хәбәрҙәр күп - Себерҙә эшләгән уландарыбыҙ йә теге үлем, йә был үлем менән үлде тигән ҡот осҡос яңылыҡтарҙы йыш ишетәбеҙ.
"Теге саҡ ныҡ буранлы көндө Түбәнге Вартовска тиклем самолетта остоҡ. Килеп төшкәс, такси менән эшләгән ергә тиклем барҙыҡ. Баймаҡ егете лә беҙҙең менән ине. Ул таксиҙан төшөп саҡ та торманы, эргәләге крандың стрелкаһы бәүелеп китеп, быға килтерҙе лә һуҡты, әллә ҡайҙарға тиклем бәреп осорҙо, Егеткә 26 йәш кенә ине, Баймаҡта ике балаһы көтә...". Көйөргәҙе районынан шунда эшләгән танышыбыҙ бәйән иткәйне был турала (Башҡортостандыҡылар бында йәһәнәм, ти). Бына бөгөн тағы ла бер ҡайғы. Әле генә Түбәнге Вартовсктан хәбәр иттеләр: бөгөн бер Башҡортостан егете үлде. Бульдозеры менән ауған да, аҫта ҡалып, ҡыҫылған, йәше утыҙға ла етмәгән...
Ситкә киткәндәр халыҡтың иң аҫылдары бит (егәрле, булдыҡлы, йәшәйем тип тырышҡан егеттәр), яҙмыш уларға ҡарата мәрхәмәтлерәк булһа ни була?
Хызыр Ильяс һәр саҡ янығыҙҙа булып, әсәйҙәрегеҙ, ҡатындарығыҙ тағып-биреп ебәргән бетеүҙәрегеҙҙең илаһи көсө гел ярҙам итеп торһон ине.
Иҫән ҡайтығыҙ, зинһар, малайҙар!