Все новости
Афәт
26 Марта 2022, 10:00

Ҡояш юҡ бөгөн

Кисә генә барыбыҙҙа ла ҡыуандырып йылмайып торған ҡояш бөгөн әллә ҡайҙа булған, йәшенгән, йөҙөн ҡаплаған.

Ҡояш юҡ бөгөн
Ҡояш юҡ бөгөн

Кешеләрҙең ҡайғылы мәлдәренә шаһит булғыһы килмәгәндер. Күмертауҙа бөгөн матәм көнө.

Александр Потаповтың кәүҙәһе тыуып үҫкән төйәгенә ҡайтты. 
Күмерселәр һарайы фойеһы, ишек алды халыҡ менән шығырым тулды. Болдорҙа тайып йығылып ҡуймаһындар тип, йыйыштырыусылар тоҙ һибеп йөрөй, оло күнәк менән тултырып алып килгәндәр ҙә һибәләр. Улар ергә түгел, әйтерһең, асыҡ яраға шулай услап-услап тоҙ һипте. 
Траур дауам итә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: