Все новости
Афәт
13 Апреля 2022, 09:47

Ҡанундар

Шиғырҙың да үҙ ҡанундары бар. Шиғыр яҙыу - үҙе фән. 

Ҡанундар
Ҡанундар
Ижадсы ошо ҡанундарға нигеҙләнеп яҙа шиғырҙарын. Бына сираттағы шиғырҙы ла автор ҡалыпҡа һалынған тәртип буйынса яҙған. Шулай ҙа, һәр автор - азат ҡош, ҡанун тиһәң дә, һүҙ иреклеген, фантазия киңлеген береһе лә сикләмәгән, әйҙә, йәнең теләгәнсә һауаларҙа ос. 
Шағир яҙған икән, уны үҙгәртергә, ҡәләм тығырға ярамай, автор хоҡуғы боҙола. Тик беҙ был шиғырҙы үҙәртергә булдыҡ. Аңларһығыҙ ниңә икәнен - бер һүҙҙе алмаштырҙыҡ. Тормош ҡанундары ҡай саҡ шиғриәт ҡанундарынан көслөрәк була икән. 

Махсус операция бара, Украина яна
Күп ғазаптар сигә ҡарттар ҙа,
Күңелдәре саф һәм таҙа ҡала
Ҡаты операция барған саҡта ла.
Бына бер урамдан килә
Украинаның яуыз һалдаты,
Шул саҡ емерелгән өйҙән әбей сыға
Ҡаҡса ғына уның кәүҙәһе.
Тотоп килә уң ҡулына ҡыҙыл флаг
Ҡаршылайым тип Рәсәй һалдатын.
Теге яуыз көлөп ҡарап тора
Биргән була ҡара икмәген.
Ҡыҙыл флагын тартып алды яуыз:
- Дан Украинаға! - тип ергә ырғытты
Бысраҡ итектәре менән тапаны ул
Әбей тотоп сыҡҡан флагты.
Шул саҡ аңлап ҡалды әбей
Был бит яуыз, нацист һалдаты!
Яйлап ҡына пакетын кире һалды
Кәрәкмәй, тип һинең ҡанлы икмәгең!
Тағы әйтте әбей: был флаг менән
Минем атайым бит һуғышҡан!
Фашистарҙы тар-мар итеп,
Илебеҙгә еңеү килтергән!
Бына ниндәй көслө, рухлы әбей
Йәшәй әле Украина ерендә,
Шул әбейҙән көс, дәрт, үрнәк алһындар тип,
Өндәшәмен Украина халҡына.
Рәсәй һалдаттары!
Беҙ бит һеҙҙе тыуған илдә өҙөлөп көтәбеҙ,
Тар-мар итеп һеҙ шул фашист ҡалдыҡтарын
Еңеү менән һеҙҙе көтәбеҙ!
Вәзихә ХӘЛИТОВА, Яҡшымбәт ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: