Все новости
Афәт
22 Мая 2022, 11:19

Шайтан тотҡононда

Ир эсһә – бер бәлә, ҡатын эсһә – йөҙ бәлә. Ә икеһе лә бергә, ҡушарлап, эсһә? 

Шайтан тотҡононда
Шайтан тотҡононда
Райондың бер ауылында шулай ғаилә булған. Ауыл - ҡәҙимге Рәсәй иле ауылы,  элек ҙур совхоз булған, хәҙер харабалар ғына ҡалған. Ир кеше Себер тарафтарында йөрөй, онотҡанда бер ҡайта тигән кеүек, йортта ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Ирҙең сәфәрҙән ҡайтыуы оло туйға әүерелә, был ваҡиғаны (байып ҡайтҡан да!) "йыуа" башлайҙар. Ошондай байрам электән килә, ир менән ҡатын икәүләп байрам итергә күптән әүәҫләнгән. Ике бала - береһенә 17, икенсеһенә - 9 йәш, ҡасан атай менән әсәй айный инде тип көтөп күнеккән. Ғаиләлә сабыйҙар һаны күберәк тә булыр ине, береһе имсәк бала сағында үлә, әлеге эскелек арҡаһында, ата-әсә шайтан тотҡононда сағында, бешеп, йән бирә.  
Яңыраҡ ғаилә башлығы сираттағы тапҡыр эш сәфәренән ҡайта, байрам башлана. Тик... күпмелер ваҡыттан ҡатын мәрхүмә була ла ҡуя. Уға нисә йәш? 39. 
"Әле бит, әле генә иң матур мәле генә,
Йәшәй башлағанбыҙ кеүек саҡ белеп тәмен генә.... "
Ғүмеренең тап ошондай мәле. Йәшәүҙең татлы тәмен араҡы тәме боҙа. Ир кеше әле тотҡонда, ҡатындың нилектән үлгәне билдәһеҙ бит, бәлки.... 
Бында йөрәкте иң ныҡ талағаны - балалар яҙымшы. Әле улар өләсәһендә (йә, әбей, пенсияһын алып, һаулығына зарланмай, балаларының матур йәшәүенә ҡыуанып ҡына ултыра торған кеше лә баһа). Әсәй юҡ, атайҙың яҙмышы билдәһеҙ, бәлки, ул да булмаҫ.  
Шайтан тотҡоно беҙҙең аранан тағы нисә кешене "тегендә" иртә алып китер, күпме баланы яфаларға, йәтимлеккә дусар итер? 
Был ваҡиға нимә менән барып бөтөр - Юшатырҙа яҙылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: