Все новости
Афәт
24 Мая 2022, 09:14

Балаға ҡарағанда, араҡы ҡәҙерлерәк булһа....

Алдараҡ "Шайтан тотҡононда" исемле мәҡәлә баҫылғайны.  https://youshatir.ru/articles/af-t/2022-05-22/shaytan-tot-ononda-2813341  Ир менән ҡатындың бергә эсеүе, ошо бәлә арҡаһында балаларҙың яфа күреүе хаҡында ине ул. 

Балаға ҡарағанда, араҡы ҡәҙерлерәк булһа....
Балаға ҡарағанда, араҡы ҡәҙерлерәк булһа....
Аҙаҡҡы яңылыҡтарҙан.
18 май көнө Свобода ауылынан шылтыратыу була, ир кеше шылтырата: әле генә бергә йәшәгән ҡатыным вафат булды. Электән сирләй ине. Ҡатынға, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 39 йәш булған була. Мәйетте алып китәләр, ике сәғәттән полицияға хәбәр килә: ҡатын кеше мейеһенә ҡан һауыуҙан үлгән. Баҡһаң, ике көн элек кенә был йортта полиция участковыйы булған булған, ата-әсә бурыстарын тейешле үтәмәйҙәр тигән ғәйеп менән. Полиция була ла, протокол төҙөй ҙә китә, ә ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен асыҡлай башлай. Ир ҡулдарын, моғайын, эшкә ҡушҡандыр. Һәм бына һөҙөмтә - ҡатын үлгән, ир бик аҫтында. Ғаилә башлығын шунда уҡ алып китеп ябып ҡуялар. Балалар.... Уларға нисек аңлатырға, ниңә былай булып китте яҙмыштары? Ир балалар, береһенә 17, икенсеһенә - 9. Бер генә мәлдә атаны ла, әсәне лә юғалттылар. Хәйер, барыһы ла ошоға табан барғандыр, өлкән кешеләр балаға ҡарағанда араҡыны туған күргән. 
Әле тикшереү дауам итә.... 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: