Афәт
19 Октябрь 2022, 06:04

Йәшәргә лә йәшәргә ине

"Эй, туғаным, йәшәргә лә йәшәргә ине бит һиңә.

Йәшәргә лә йәшәргә инеЙәшәргә лә йәшәргә ине
Йәшәргә лә йәшәргә ине

Урының ожмахта булһын, Кәрим абзый менән еңгәнең ауыр ҡайғыһын еңеләйт, Хоҙайым".
Беҙҙең төркөмдә яҙылған ( ә башҡаларында күпме!) әллә нисә ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәренең береһе был. Вадим Ноғомановтың үлеме бар район-ҡаланы шаңҡытты. Өс ҡыҙ бала, береһенән-береһе бәләкәй, йәтим ҡалды. Үҙе ниндәй кеше ине, яҡты күңелле, кешегә асыҡ, ябай....
Шайморатовсылар рәтендә киткәйне яуға, үҙе теләп, ҡала башлығы уның был аҙымы өсөн ғорурландым тип тә яҙҙы. Башҡа эштәрең менән ғорурланып ҡына йәшәргә ине...
Бәхил бул, Вадим. Ҡыҙҙарға, тол ҡатынына, туғандарына түҙемлек бирһен, ғәфү итегеҙ.
Репортаж гәзиттең йома һанында баҫыла.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас