

Ебәрмәгеҙ һуғыш хәбәрҙәре,
Йөрәгемде тотам усымда,
Минең дә бит ике генә улым,
Һәр ҡайһыһы бөртөк, бер генә.
Һәр әсәнең, беләм, хәлгенәһен,
Миңә теймәҫ тиеп тормайыҡ,
Уңға-һулға хәбәр оҙатҡансы,
Раббыбыҙҙан ғәфү һорайыҡ.
Илгә килгән афәт уйын түгел,
Ир -егеттең төшә иңенә,
Һалҡын аҡыл менән аңлаһам да
Ҡабул итмәй күңел һис кенә.
Именлектәр һорап сабыр итәм,
Иртә-кисен төбәп ҡиблаға,
Әр-Рахимым күрер һәм ишетер
Һәр беребеҙ булһаҡ доғала.
Ебәрмәгеҙ әле миңә һүрәт,
Үртәмәгеҙ янған йөрәкте,
Атыр таңдарыбыҙ тыныс булһын,
Имен булһын илем күктәре.
Нуридә Шамсутдинова битләүенән.