Афәт
22 Октябрь 2022, 06:17

Йыртылған йыр

....Дүшәмбе көнө дүртенсе тапҡыр яуға киткән егеттәрҙе оҙатыуға ниңә барҙыҡ икән тигән көнгә төштөк.  

Йыртылған йырЙыртылған йыр
Йыртылған йыр

Автобус ҡуҙғалып китер алдынан да, ул киткәс тә, Күмертауҙың Тау колледжы яны илау-һыҡтау тауыштарына тулды, юрамал, тантана күтәренке күңел менән үтһен типме, яңғыратып ҡуйылған музыканы («Рассея, моя Рассея от Волги и до Енисе-е-е-я») баҫып китте хатта. Ике бала иланы. Малайҙар. Береһенә 7, икенсеһенә 4 йәштәр тирәһе. Быуылып-быуылып иланылар, янындағы әсәләре тынысландыра алмай бер булды. Ҡайтҡас, ошо картина күҙ алдынан китмәй йөҙәтте. Аптырағас, иғтибарҙы икенсегә йүнәлтергә теләп, телевизор тоҡандырҙыҡ (һуғыш тураһында ғына һөйләмәһәләр ярар ине), концерт бара. Дәртле итеп берәү йырлай. Телевизор шунда уҡ һүнде.
Йырҙың йыртылған мәле ҡасан үтер – кем белә? 

Материал тулы вариантта йома көнө гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас