Афәт
7 Ғинуар 2023, 06:25

"Ышанмайым"

Тәтешле батыры Фәнис Хөсәйеновтың һәләк булыуы тураһында белдереү килгән.

"Ышанмайым""Ышанмайым"
"Ышанмайым"

Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Фәнис Хөсәйеновтың батырлығы хаҡында яҙғайныҡ. Һуңыраҡ уның һәләк булыуы тураһында ялған хәбәр таралды. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә батыр һалдаттың һәләк булыуы хаҡында яҡындарына белдереү килеүе асыҡланды.

«Интертат» хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Яңы Ҡайпан ауылында юлдарҙы, егеттең йорт тирәһен таҙартып, батырҙы һуңғы юлға оҙатыуға әҙерләнәләр.

«Табуты ҡайтмайынса, улымдың һәләк булғанына ышанмайым», – тип белдергән быға ҡарата Фәнистең әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова.

Хәтерегеҙҙә булһа, батыр егеттең бер үҙе дошманға ҡаршы сығып, БТР-ҙарын беҙҙең яҡҡа алып сығыуы тураһындағы яңылыҡ күптәрҙе шаңҡытҡайны...

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас