Афәт
10 Ғинуар 2023, 09:40

Өйрәнеп булмай

Яман хәбәр тиҙ йөрөй.

Өйрәнеп булмайӨйрәнеп булмай
Өйрәнеп булмай
Быныһы ла алдан уҡ ишетелде: беҙҙең район егетенең мәйете ҡайтып килә икән. Һәр саҡтағыса, тәүҙә бындайға ышанмайһың, булмаҫ, ялған, яңғылыш хәбәрҙер тиһең, хатта табутта ятҡанында күргәндә лә һаман шулай: күҙ күрә, ә күңел ышанмай. 
Әммә.... Аяуһыҙ тормошто алдап булмай. Азамат Әйүповты кисә тыуған ауылы - Ермолаевола ерләнеләр. Ата-әсәһе, ҡатыны, балалары йәтим ҡалды. 
Йылға яҡын ваҡытта әйтелгән бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлайбыҙ, әммә өйрәнеп булмай: бәхил бул, Азамат, ата-әсәңә, хәләл ефетеңә, бигерәк тә, сабыйҙарыңа сабырлыҡ. 
Фотолар Юлай Ильясов сәхифәһенән алынды. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас