Афәт
15 Ғинуар 2023, 04:35

Фейк тип ышанған инек...

Фәнис Хөсәйеновтың махсус хәрби операцияла һәләк булыуы рәсми раҫланды.

Фейк тип ышанған инек...Фейк тип ышанған инек...
Фейк тип ышанған инек...

Был хаҡта Тәтешле районы башлығы социаль селтәрендә хәбәр итте:
"Һеҙгә ҡәҙерле яҡташтарым, йөрәккә ауыр, ҡайғылы хәбәрҙе еткерәм - хәрби бурысын үтәгәндә Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында Яңыҡайпан ауылында тыуып үҫкән данлыҡлы яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов һәләк булды.
Был беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ һәм ҙур юғалтыу. Ил һағы, тыныслыҡ өсөн көрәштә, ул туғандаш халҡын нацистарҙан ғына түгел, үҙенең Ватанын, яҡындарын һәм туғандарын фашизм таралыу ҡурҡынысынан да һаҡланы.
Геройҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фәнис мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә, Рәсәй хәтерендә һәм героик йылъяҙмаһында ҡаласаҡ".

Хушлашыу 16 ғинуар иртәнге сәғәт 11-ҙә Үрге Тәтешле ауылы мәҙәниәт йорто майҙанында уҙа.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас