Все новости
Афәт
29 Января 2023, 09:01

Әрләү

Яу яланында һүҙҙе һайлап тормайҙар.

Әрләү
Әрләү

Үлем менән йәшәү араһы бигерәк ҡыҫҡа икәне, ғөмүмән, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйҙар йышыраҡ киләлер, әжәл яндарында ғына йөрөй.
Шуғалыр, егеттәр һүҙҙе һайлап тора алмайҙар, әлбиттә, һүгенәләр. Кем армияла булған, шул белә: тыныс мәлдә лә биргән командаларҙың яртыһы һүгенеп бирелә, шулайтһаң, кешегә яҡшыраҡ барып етәлерме - кем белә.
Әр һүҙҙәрен тел менән генә әйтеп сикләнмәйҙәр, техникаға яҙып та ҡуялар.

Бына сираттағы машина. Фәлән баш тип әрләгәндәр, туғандарыбыҙҙы, балаларҙы, ҡатындарҙы ҡалдыртып, беҙҙе әллә ҡайҙарҙа йөрөтәһең, үлемгә дусар итәһең, ҡәбәхәт, тиеүҙәрелер.
Асыу килгән мәлдә, кемделер һүкһәң, рәхәт булып ҡала торған, бәлки, шуны уйлап та яҙалар-һүгәләрҙер.
Эш боҙған баланы әрләһәң, ул аңлай, башҡа улай итмәҫкә тырыша, хатта ололар араһында ла, аңлағаны күп була. Әлеге осраҡта миллионлаған халыҡ уҡыған ләғнәттәрҙе кем ишетер, кем аңлар?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: