Все новости
Афәт
6 Февраля 2023, 08:15

151-се километр

Шәмбе көнө таң менән булды был фажиғә.

151-се километр
151-се километр
Ырымбур - Өфө трассаһының 151-се километрында Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы егете «Лада Приора» автомобилендә ҡаршыға  килгән ҙур йөк машинаһына бәрелә (был турала барлыҡ сығанаҡтар һөйләне). Ҡыҙғанысҡа, ошонда уҡ йән бирә. Мәрхүмдең исем-аты бер ҡайҙа ла яңғыраманы, һуңынан ғына белдек, әммә шунда уҡ йөрәк жыу итте: беҙҙең яҡташ, унан бигерәк, үтә ныҡ йәш. Былай ҙа кәмегәндән-кәмейбеҙ, инде юл фажиғәләре генә етмәгәйне. Аҙаҡ билдәле булды: 31 генә йәшлек егет, өйләнеп тә өлгөрмәгән, үҙе, аҡса эшләйем тип, Камчаткала йөрөгән булған, яңыраҡ ялға ҡайтҡан һәм бына...
Данлыҡлы Бикбай нәҫеленән ул (Баязит ағай тоҡомонан), Айҙар Бикбаев. Әле барлыҡ Ҡалта ауылы зар илай - ниңә үтә аяуһыҙ ул был яҙмыш? Егеттең барыр юлдары алда ине, үтер саҡырымдары күп ине....
Бәхил бул, Айҙар, бик йәл, ауыр тупрағың еңел булһын, ата-әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: