Все новости
Афәт
12 Февраля 2023, 12:34

Бәхил бул, Алексей

А.Селютинды һуңғы юлға оҙаттылар.

Бәхил бул, Алексей
Бәхил бул, Алексей

Күмертау егете Артемовск ҡалаһы өсөн (Бахмут) барған алыштарҙа 19 ғинуарҙа һәләк булған, ул Вагнер ғәсҡәрҙәре сафында һуғышҡан- Юшатыр. 
Алексей Александрович менән халыҡ тыуған йортонда хушлашты (күп кенә кеше килгән), бәләкәй генә ауыл урамында (ҡаланың шәхси йорттарҙан торған районында) һыйыш юҡ, бер яҡтан инһәң, икенсе яғына сығырлыҡ түгел - машина, кешеләр менән юл быуылған.
...Ҡала хакимиәтенән дә, хәрби комиссариаттан да береһе лә күренмәне.

Һалдат ятҡан табутты алып киткәндә ниндәйҙер бер эт лауылдап өрҙө лә өрҙө. Бәндәләргә нимәлер тип әйтергә теләне, буғай, аңлата ғына алманы...
Бәхил бул, Алексей.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: