Көйөргәҙе районындағы был ауылды барыһы ла яҡшы белә: уның Тоҙло күлендә, шифалы батҡағында дауаланмаған кеше ҡалманы (быйыл был күлдә санаторий төҙөләсәк), өҫтәүенә, Яҡут ауылы Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашып, призлы урын да алғайны - 3 миллион һум бирҙеләр. Барыһы ла яҡшы ғына барған һымаҡ ине - кисә кис мәсеттәре янып китте. Ут мәсеттең эсенән сыҡҡан тинеләр. Был мәсетте үҙ көстәре менән һалғайнылар.
Әле янғын нилектән сыҡҡан- тикшерәләр.