Все новости
Афәт
13 Марта 2023, 14:37

Һуңғы васыят

Ул үҙен Ермолайҙа ерләүҙәрен һораған...

Һуңғы васыят
Һуңғы васыят
Тағы ла бер ҡайғылы хәбәр.
Сираттағы һалдатыбыҙҙы ерләнек. Андрей Семенов, Вагнер ойошмаһы сафтарында һуғышҡан булған. Дөрөҫ, уны беҙҙең Көйөргәҙе районы кешеһе тип әйтеп булмай: Күмертауҙа тыуған, Салауат ҡалаһында йәшәгән. Әммә мәрхүм егет, яуға китер алдынан, улай-былай булһа, мине Ермолаевола ерләгеҙ тип васыят әйтеп киткән булған.
Йәл, васыятты, ғәҙәттә, оло кешеләр әйтә, шундай мәлгә килеп еттек, йәштәр ҙә әйтергә мәжбүр.
Һуңғы васыятың үтәлде, Андрей. Ауыр тупрағың еңел булһын, туғандарына -  сабырлыҡ. 
Фотолар Юлай Ильясов сәхифәһенән. 
Автор:
Читайте нас: