Все новости
Афәт
16 Марта 2023, 11:07

Ата-әсәһенең мәйеттәре янында йәшәгәндәр...

Ике сабыйҙы күршеләре ҡотҡарған.

Ата-әсәһенең мәйеттәре янында йәшәгәндәр...
Ата-әсәһенең мәйеттәре янында йәшәгәндәр...

Екатеринбургта ике сабый үлгән ата-әсәһенең янында йәшәгән. Был хаҡта “E1.RU” хәбәрсеһе әлеге фатирҙың ишеген асҡан урындан хәбәр итә.
Был хәл Таганская урамындағы йортта була. Фатирҙа ир һәм ҡатындың үле кәүҙәләре табылған. Шунда уҡ ике йәшлек малай һәм өс кенә айлыҡ ҡыҙ бала ла була.
Ишекте шул йортта йәшәүселәр асҡан. Улар балаларҙың илауын ишеткән. Бынан тыш, фатирҙан һыу ағып сыҡҡан, күрәһең, малай кранды аса алған.
"Унда бер ғаилә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй ине. Улар бер нисә көн күренмәне һәм тауыштары ла ишетелмәне, ә балалар туҡтауһыҙ иланы. Улар менән күршеләр ишек аша һөйләште. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы полицияһыҙ килмәне, полиция ла килергә ашыҡманы, - тип хәбәр итә йортта йәшәүсе. — Һөҙөмтәлә, йортта йәшәүселәрҙең береһе үҙе ишекте асыу өсөн кәрәкле ҡоралдар алып килде һәм ишекте асты, уға йәш курсанттар ярҙам итте”.
Фатирҙың хужаһы, беренсе мәғлүмәттәр буйынса, Санкт-Петербургта йәшәй.

Автор:
Читайте нас: