Сатлама һыуыҡ 23 ғинуар көнө Дамир Бакиевты Яңы Муса ауылы халҡы һуңғы юлға оҙатты.
Дамир Наил улы 1969 йылғы, мәктәпте тамамлағандан һуң 55-се Күмертау техник училищеһында радиомантажник, трактор һөнәрен үҙләштергән. Әрме сафтарында булғанда авиация механигы дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Былтыр, 11 июндә, яуға китергә тип контрактҡа ҡул ҡуйғансы тыуған ауылында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, Дамир Бакиев Украина территорияһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк була.
Беҙ мәрхүмдең барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр...