Дүшәмбене ауыр көн тиҙәр. Йөрәктәргә ятҡан, һирәк кеше генә күтәрә алырлыҡ йөк, аҙнаның башы, тап ошо көн булғаны өсөн түгел.
Балабыҙ менән мәңгелеккә хушлашабыҙ. Рәмил Рамаҙановты күреп-белмәнек, бөтөнләй таныш түгел егет. Әммә ошо аҙаҡҡы көндәрҙә ул үҙ улыбыҙ, мырҙабыҙ кеүек яҡын кешегә әйләнде....
Һалдатыбыҙҙың тәнен Тимербайҙа күмергә кәрәк тип, ауылдаштары ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнеләр, беҙгә лә яҙҙылар. Район башлығына еткерҙек үтенесте.
- Туғандар үҙ-ара хәл итһендәр, - тине Юлай Талха улы.
Яҙмыш шулай һайланымы, кемдер бүтәненең ҡыҫылышы буйынсамы, малайыбыҙ Яҡупта ерләнә.
...Нисек булһа ла, рухың тыныс булһын ине, Рәмил, был донъяла күреп-тойоп-татып өлгөрмәгән ләззәттәрҙе "тегендә" татырға яҙһын һиңә. Берүк рәнйеп китмә, беҙҙе - тереләрҙе - ғәфүҙәр ит.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.