Яҙмыш тигәндәрең, көҙ көнө генә Гөлназ Тәлғәт ҡыҙы яуҙа һәләк булған бер туған мырҙаһын ер ҡуйынына һалды, бөгөн бына улы Илназды һуңғы юлға оҙаталар.
Әсә йөрәге һуңғы минутҡа тиклем был хәбәргә ышанырға теләмәне, тик ҡыҙғанысҡа, был йорттоң ишеген ҡайғылы хәбәр икенсегә шаҡыны...
Беҙ яугиребеҙҙең атаһы Фәнүр Фәрит улының, әсәһе Гөлназ Тәлғәт ҡыҙының, бер туған һылыу-мырҙаларының, барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Материал тулы килеш гәзит биттәрендә баҫыласаҡ.