Бөгөн Иҫке Отрада ауылы ла үҙенең батыры менән хушлашты. Линур Хисәмүтдинов Ҡырғыҙстанда 1993 йылда тыуған, Иҫке Отрадала уҡыған, йәшәгән, шәхси эшҡыуар булып эшләгән, өйләнмәгән булған.
Ул быйыл ғинуар айында контрактҡа ҡул ҡуйған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 апрелдә һәләк була.
Линур Камил улының әсәһе Зияда апайҙың, атаһы Камил абзыйҙың, мырҙалары Самир, Динислам, апаһы Риана, һылыуы Розалинаның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.