Яуҙа һәләк булған улдарын тәүге тапҡыр ерләмәй. Әммә һәр егет – үҙе бер яҙмыш, бөгөнгө Валерий менән хушлашыуҙары айырым тарих, айырым ҡайғы.
Алексеев Валерий Анатольевич Павловка ауылында 1974 йылда тыуған, әрмене иҫәпкә алмағанда, бар ғүмере ошо тыуған ауылында үткән.
Былтыр сентябрь айы башында контрактҡа ҡул ҡуйған, октябрь айында уҡ һәләк булған.
Беҙ яугирҙең барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Марина Антоновна, Анастасия Валерьевна, Татьяна Анатольевна, Людмила Анатольевна, Галина Анатольевна, Мария Анатольевна, Василий Анатольевич Хоҙай һеҙҙе түҙемлектән айырмаһын.