Бөтә яңылыҡтар
Афәт
7 Июль , 10:07

Бәхил бул, Алексей

Күмертау улы менән хушлашты

Бәхил бул, Алексей
Бәхил бул, Алексей

Был аҙна хушлашыу митингыһынан башланды. Бөгөн Күмертау халҡы сираттағы улы менән бәхилләште. Куликов Алексей 1978 йылда Коми республикаһында тыуған. Юғары белемле егет 2001 йылда Күмертауҙан әрме хеҙмәтенә, ә 2022 йылдың октябрь айында мобилизайия буйынса Махсус хәрби операцияға алына. Ҡыҙғанысҡа, быйылғы йылдың июнь айында, яуҙа батырҙарса һәләк була. Алексей Алексеевичты һуңғы юлға оҙатырға яҡындары, дуҫтары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, Ҡоролтай депутаты Розалия Хисмәтуллина килделәр.
- Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир егеттәребеҙ һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә буласаҡ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов мәрхүмдең ҡыйыулығы тураһында һөйләп. – Алексейҙың әсәһе Надежда Владимировнаның, ҡыҙы Анастасияның, улы Алексейҙың һәм барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, яугир.

Автор:
Читайте нас: