Бөтә яңылыҡтар
Афәт
25 Июль , 11:17

Павловка ауылында ла бөгөн матәм

Улар ҙа улдары менән хушлашты

Павловка ауылында ла бөгөн матәм
Павловка ауылында ла бөгөн матәм

Өлкән сержант, рядовой Семен Михайловты һуңғы юлға оҙаттылар. Ул 1971 йылда тыуған, Павловка, Керәүле-Илюшкин мәктәптәрендә белем алған. Ауылдаштарының ҙур ихтирамын ҡаҙанған Семен Борисович, хеҙмәт бурысын үтәгәндән һуң, тыуған ауылындағы колхозға ҡайта, Керәүле-Илюшкин ауылы биләмәһендә водитель булып та эшләгән.
2024 йылдың ноябрь айында үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйыл март айында батырҙарса һәләк була.
Рядовой Семен Михайловтың тормош иптәше Марина Степанованың, улы Арсенийҙың, ағаһы Николайҙың, апалары Валентинаның, Вераның, Еленаның, Марияның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас: