Бөтә яңылыҡтар
Афәт
30 Сентябрь , 09:59

Йәнең йәннәттә булһын, Андрей...

Сираттағы һалдатыбыҙ менән бәхилләштек

Йәнең йәннәттә булһын, Андрей...
Йәнең йәннәттә булһын, Андрей...

Андрей Канарейкин 2000 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған, Ермолаевоның 1-се мәктәбендә уҡыған. Әрме хеҙмәтенә тиклем атаһы менән Молокан ауылында йәшәгән. Өйләнгәмәгән, балалары юҡ. 2024 йылда контрактҡа ҡул ҡуйған. Ҡыҙғанысҡа, уның ғүмере быйыл ғинуар айында яуҙа өҙөлә. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға яҡындары, дуҫтары килгәйне.
Һәр ваҡыттағыса: “Бик йәл, бик йәл... Донъялар тиҙерәк тынысланһын”, - тигән һүҙҙәр яңғыраны...
Йәнең йәннәттә булһын, Андрей... Беҙ мәрхүмдең атаһы Роман Николаевичтың, өләсәһе Екатерина Андреевнаның, апаһы Алина Рифат ҡыҙының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, түҙемлектәр теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: