Бөтә яңылыҡтар
Афәт
4 Октябрь , 12:08

Хәлдәрҙе белешеп торҙо

Уны октябрь айында Тау колледжы алдында яу яланына оҙатҡаныбыҙ әле булһа хәтерҙә

Хәлдәрҙе белешеп торҙо
Хәлдәрҙе белешеп торҙо
Сакаев Эльвир 1989 йылғы, 2022 йылда, октябрь айының үҙәккә үткән һыуыҡ бер көнөндә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп башҡа егеттәр менән бергә яу яланына юлланғайны. Ҡыҙғанысҡа, йәтим генә ошо егетте лә яҙмыш аяманы, бына хәҙер уның үҙенең ике улы ла йәтим ҡалды.
- Шул тиклем ихлас, туған йәнле булды, шылтыратып, яҙып, хәлдәрҙе белешеп, байрамдар менән ҡотлап торҙо. Ғинуарҙың 10 һуңғы тапҡыр элемтәгә сыҡты ла, юғалды, - тип телгә алды Эльвирҙы туғандары.

Эльвир Радик улын Таймаҫ ауылына, әсәһе янына ерләнеләр. Уның балаларының, барлыҡ туғандарының, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор:
Читайте нас: