Ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығына тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Тантаналы сара барышында дәүләт наградалары ла тапшырылды. Батырлыҡ ордены менән үлгәндән һуң Милов Борис Михайлович, Әминов Руслан Азат улы һәм Посниченко Сергей Павлович наградаланды. Наградалар яугирҙарҙың яҡындарына тапшырылды.
II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән Петров Анатолий Иванович билдәләнде. Жуков миҙалы менән Үтәгәнов Азамат Зариф улы һәм Батырлыҡ ордены менән Заяц Владимир Валерьевич бүләкләнде.
Һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, ә һуңынан мемориалға сәскәләр һалынды.