Бөтә яңылыҡтар
Афәт
10 Декабрь , 12:04

Ап-аҡ ҡарҙар менән килгән ҡайғы

Бөгөн бөгөлсәндәр яугир Алексей Глазовты һуңғы юлға оҙатты

Ап-аҡ ҡарҙар менән килгән ҡайғы
Ап-аҡ ҡарҙар менән килгән ҡайғы

Алексей Валерьевич 1981 йылдың 15 декабрендә Чита өлкәһендә тыуған. 1999 йылда Ленин урта мәктәбен тамамлай. Әрме сафтарында булмаған.
Үткән йылдың июль айында контрактҡа ҡул ҡуйып, Ватан һағына баҫа. Гранатометчик булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың август айында Махсус хәрби операцияһы барышында батырҙарса һәләк була.
Беҙ яугир Алексей Валерьевичтың барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһы менән уртаҡлашабыҙ. Батырҙың йәне йәннәттә булһын.

Автор:
Читайте нас