Александр Геннадьевич 1981 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. 2000-2002 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт иткән. Вахта ысулы менән эшләп йөрәгән. 2024 йылдың сентябрь айында контрактҡа ҡул ҡуйған, ҡыҙғанысҡа күрә, октябрь айында Махсус хәрби операцияһы барышында батырҙарса һәләк булған.
Беҙ яугирҙең әсәһе Татьянга Алексеевнаның, улы Алексейҙың, ҡыҙы Татьянаның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһы менән уртаҡлашабыҙ.
Йыл аҙағы яҡынлаша, тик ҡайғылы хәбәрҙәрҙең аҙағы ҡасан булыр? Бер нисә йыл элек Яңы йыл байрамын көтөү күңелдәрҙә йылылыҡ, киләсәккә яҡты өмөттәр алып килә ине. Заман үҙгәрҙе... Беҙҙе нимә көтөр алда? Ошондай шомло һорауҙар менән күңелдәр тулды...