Все новости
ҠАЛА ХАКИМИӘТЕНДӘ
16 Ноября 2018, 14:11

БЕР АЙҘАН АСЫЛА

Күмертау ҡалаһы, ниһайәт, бер айҙан Боҙ Һарайлы буласаҡ. Был турала ҡала хакимиәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтелде.

Күмертау ҡалаһы, ниһайәт, бер айҙан Боҙ Һарайлы буласаҡ. Был турала ҡала хакимиәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтелде.


Күмертау Боҙ Һарайын асыу тантанаһы 14 декабргә тәғәйенләнгән. «Әле бында эшләйһе эштәр байтаҡ ҡына. Шулай ҙа, ҡыҫҡа срок эсендә был проблемаларҙың барыһын да хәл итергә тырышасаҡбыҙ, өлгөрөрөбөҙгә ышанам», - ти ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев.

Боҙ Һарайы асылыу көнөнә бик ҙур ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Улар араһында хоккей ветерандары, билдәле спортсылар ҙа буласаҡ. Әлеге көндә Боҙ Аренаһының төҙөлөш эштәре тамамланған. Хәҙер ҡайһы бер кәрәкле ҡорамалдарҙы ғына ваҡытында алып килеп еткерергә ҡала. Ҡорамалдарҙың бер өлөшө Европанан килтерелә икән. 14 декабргә тиклем бар эштәр ҙә теүәлләнер, һәм ҡалабыҙ хоккейсылары, фигуралы шыуыу һөйөүселәр рәхәтләнеп йылы бинала, яп-ялтыр боҙҙа шөғөлләнә башлар, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: