Дауаханала һуңғы йылдарҙа күп кенә ыңғай үҙгәрештәр булды. Бер нисә ай элек кенә, апрелдә, поликлиниканың дүртенсе ҡатында онкология амбулаторияһы үҙәге эш башланы. Был үҙәк республикала тәүгеләрҙән булып асылды. Олег Юрьевичты уның хеҙмәткәрҙәре, бындағы заманса яңы ҡорамалдар менән таныштырҙылар. Ҡала етәксеһе башҡа бүлектәрҙең эше менән дә ентекле ҡыҙыҡһынды, медицина хеҙмәткәрҙәре менән уларҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында әңгәмәләште. Дауахананың баш табибы Олег Астахов яңы етәксе алдында машиналарҙы парковкаға ҡуйыуҙа ҡыйынлыҡтар барлығы, уны хәл итеүҙә ҡала хакимиәте яғынан ярҙам кәрәклеге хаҡында әйтте. О. Фролов был проблеманы, дауахананың башҡа мәсьәләләрен дә төплө өйрәнеп, тейешле ярҙам күрһәтергә һүҙ бирҙе.