Все новости
ҠАЛА ХАКИМИӘТЕНДӘ
20 Августа 2019, 11:31

47 метрлы ҡуласа

Быйыл, апрель айында, Күмертауҙың Ю. Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы ҙур ҡуласаны реконструкциялау эше башланғайны. Яңы ҡуласаның бейеклеге 47 метр буласаҡ, ул 18 йылытҡыс һәм, кондиционерҙары булған ябыҡ кабинкалар менән тәьмин ителәсәк.

Был эште башҡарыу өсөн 3,4 млн һум аҡса бүленгән.

Тендер иғлан ителгән, аукцион бөгөн уҙғарыласаҡ. Эштәр, контракт төҙөү ваҡытынан алып, 40 көн эсендә үтәлергә тейеш.

Тимер ҡоймалар, тротуар плиткалары, тимер бетонлы нигеҙ яңыртыласаҡ.

Башҡортостан Гостехнадзоры 4 меңдән ашыу аттракционды контроль аҫтына алған. Күмертауҙың был ҡуласаһы ла улар иҫәбендә.
Читайте нас: