Күмертауҙағы «Шахтер» стадионын реконструкциялау өсөн подрядсы табылды. Аукционда ҡатнашыусы Республиканың дәүләт «Капиталь төҙөлөш» етәкселеге эште үҙ өҫтөнә аласаҡ. Дәүләт контрактының беренсе хаҡы - 246,9 млн һум, еңеүсе компанияның тәҡдим иткән суммаһы билдәһеҙ.
Аукцион документацияһында әйтелеүенсә, башҡарыусыға тулы эш күләмен үтәргә тура киләсәк: булған ҡоролмаларҙы һүтеү, яңы биналар ултыртыу, инженер коммуникацияларын монтажлау, территорияһын тәртипкә килтереү.
Әҙер объектты 2020 йылдың октябренә тиклем тапшырырға тейештәр. Республика бюджеты эште финанс яҡтан тәьмин итәсәк.