Все новости
ҠАЛА ХАКИМИӘТЕНДӘ
29 Ноября 2019, 11:56

Бергә эшләргә һәм үҫтерергә

Глобализация, ассимиляция, космополитизм. Был һүҙҙәр беҙҙең кеүек халыҡҡа яҡшы таныш. Татар, башҡортҡа. Ҡала шарттарында нисек итеп татар татар булып ҡала ала – үткән шишәмбе ошо турала һөйләшкәндәр.

Күмертау хакимиәте залында, Башҡортостан татарҙары конгресының. Күмертау бүлексәһе йыйылышы үтте. Оҙаҡ йылдар бүлексәнең башҡарма комитетын етәкләгән Әнүәр Ибраһим улы Даутов башҡарылған эштәр, булған проблемалар хаҡында сығыш яһаны. Татарҙар ойошмаһы ҡала тормошондағы йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Тик уларҙы борсоған һорауҙар ҙа етерлек.

- Хәҙерге быуындың туған телебеҙҙә һөйләшмәүҙәре борсой беҙҙе. Шуға был эште әүҙемләштерер өсөн балалар баҡсаларында татар төркөмдәре, мәктәптәрҙә татар телен уҡытыу дәрестәре булдырыу кәрәклеге хаҡында һөйләштек. Был, әлбиттә, тәү сиратта ғаиләнән башланырға тейеш. Өйҙә һәр бала үҙ телендә аралашһын өсөн ата-әсәнең роле ҙур. Шулай уҡ ҡалабыҙҙа татар фольклор ансамбле юҡлығы хаҡында ла әйтелде йыйылышта. Күмертауҙа барлығы һигеҙ меңдән артыҡ татар милләте халҡы йәшәй. Ә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан матбуғатты алдырыусылар һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы ла уйландырғыс хәл бит, - тине был ойошманың ағзаһы Йәмил Рафиҡов.

Йыйылыш аҙағында БР-ҙың татарҙар конгресының Күмертау бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе итеп отставкалағы милиция майоры Фәнүс Һаҙый улы Дашкин һәм 16 кешенән торған башҡарма комитет ағзалары һайланды.

Фәнүс ДАШКИН, Башҡортостан татарҙары конгресының Күмертау бүлексәһе рәйесе:

- Быға тиклем нисек эшләнде артабан да шулай тырышып эшләргә ниәтләйбеҙ. Башҡа милләт халҡы менән бергә эшләргә, мәҙәниәттәребеҙҙе лә айырмай бергә үҫтерергә кәрәк. Бер-беребеҙҙе байытып, телебеҙҙең гүзәллеген, мәҙәниәтебеҙҙең матурлығын күрһәтә белеү мөһим. Ҡалабыҙҙа үткән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға һөйләштек. Бүлексәбеҙ ағзалары менән айына бер, йә байрамдар алдынан осрашып торорға кәңәшләштек. Булған проблемаларҙы ла бергәләшеп хәл итергә кәрәк. Бүлексәбеҙ эсендә генә түгел, ә ҡала хакимиәте менән берлектә, шулай уҡ БР татарҙар конгресына, мәҙәниәт, мәғариф министрлыҡтарына ла мөрәжәғәт итергә була.

Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: