Все новости
ҠАЛА ХАКИМИӘТЕНДӘ
6 Марта 2021, 12:05

Алҡыштарға лайыҡ булһын

Кисә, кисләтеп кенә, буран баҫыла төшкәс, Күмертауҙа Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған концерт булды. Тантананы асҡанда Олег Фролов бик хисләнеп һөйләне, кешелектең иң яҡшы, матур яртыһы һеҙ, - тине Олег Юрьевич килгән йәмәғәткә. Бигерәк тә табиптарға рәхмәт тип, уларҙы айырым билдәләп үтте, - пандемия ваҡытында алһыҙ, ялһыҙ, фронттың иң алғы һыҙығында булдығыҙ. Күп кенә гүзәл зат наградаларға лайыҡ булды.

"Әсәлек даны" миҙалын ике күп балалы әсәгә тапшырҙылар - Сания Ҡотлобаеваға һәм Екатерина Васильеваға. Беҙҙең заманда биш һәм унан да күберәк бала табыу, ысын мәғәнәһендә, ҙур батырлыҡ. Байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ, Күмертау тормошона тос өлөш кереткәне өсөн, грамоталар менән бүләкләнде. Зал ҡайнар алҡыштарға күмелде. Зал шауланы, ә тышта тыныс ине - буран тымды, алдағы ғүмерҙәрегеҙ ҙә буран-дауылһыҙ һәм алҡыштарға лайыҡ булһын ине, ҡыҙҙар. Байрам менән!
Читайте нас: